+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 17:19

Теш дауалау буйынса Башҡортостан мәктәптәре – Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә

Республикала “Ҡанатлан!” мәғариф проекты сиктәрендә белем усаҡтары теш дауалау кабинеттары менән йыһазландырыла. Быйыл 61 мәктәптә стоматолог бүлмәһе эшләй башлай.

Республикала “Ҡанатлан!” мәғариф проекты сиктәрендә белем усаҡтары теш дауалау кабинеттары менән йыһазландырыла. Быйыл 61 мәктәптә стоматолог бүлмәһе эшләй башлай.
Мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” тип аталған модуле буйынса, теш дауалау бүлмәләрен асыуҙы 800-ҙән ашыу бала уҡыған мәктәптәрҙә бойомға ашыра. Ә балалар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәрҙә уҡыусылар поликлиникаларҙа тештәрен дауалай ала.
“Ҡанатлан!” проекты сиктәрендә быйыл ике кейс бойомға ашырыла – 10-сы синыфта уҡыусылар өсөн “Кейс 10” (“Спорт менән дуҫ бул!”, “Сатраш уйнап өйрән!”, “Иркен аралаш!”, “Интерактик башҡорт теле” модулдәре) һәм сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн “Кейс11+” ( бында спорт модулдәре “Бейе!” һәм “Руль артына ултыр!” блоктары менән алмаштырылды).
Әлеге ваҡытта был проект тәжрибә рәүешендә һәр муниципалитетта берешәр мәктәптә эшләй. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылдың 1 сентябренән мәктәптәр һанын тағы берешәргә арттырырға, шулай уҡ программаны “Халыҡ алдында сығыш яһа” һәм “Эш этикеты” модулдәре менән тулыландырырға тәҡдим итте.
Фото Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: