+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 14:41

Башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырабыҙ

Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторола.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу 25 апрелдә уҙғарыласаҡ. Ул Башҡорт теле йылы сиктәрендә үтәсәк.
Был сара 2024 йылға тиклем йыл һайын апрелдең дүртенсе шәмбеһендә ойоштороласаҡ. Уны Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды уҙғара.
Диктанттың маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, хатаһыҙ яҙыуға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Диктанттың бурыстары:
– теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү;
– башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;
– һөйләү һәм яҙма телмәрҙең модалы һәм заманса коммуникатив алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу;
– башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
2019 йылда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта 69 687 кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм райондарында 1179 майҙансыҡ, Рәсәй субъекттарында – 25, сил илдәрҙә – 16 майҙансыҡ булдырылды.
Читайте нас: