+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 12:35

Ә һеҙ беләһегеҙме бөгөн ниндәй көн?

20 март - Халыҡ-ара БӘХЕТ көнө билдәләнә. Бәхетле булығыҙ.

Бәхет көнө.
Бәхет көнө икән бөгөн!
Беләһегеҙме?
Тик бәхеттән торһон был көн –
Теләйһегеҙме?
Тик бәхеттән һәр бер аҙым,
Һәр бер тын алыш –
Булһын ине бөгөнгө көн
Бөйөк һынылыш!
Бәхет бит ул: ҡояш көлә,
Ҡоштар һайрайҙар,
Йырғанаҡтар юлдар һалып,
Йырҙар йырлайҙар.
Илдә тыныслыҡ булыуы
Бәхет түгелме?
Яҡындарым һау-сәләмәт –
Йәшәү күңелле!
…Бер көн етмәй бәхет өсөн,
Ул көн дә кәрәк!
Бөгөн бәхетле икәнен
Аңлаусы һирәк.
Ниндәй матур был донъялар!
Шатлана ҡоштар…
Һәр көн булһын бәхет көнө,
Эйеме, дуҫтар?!
Ф. Абдуллина
Читайте нас: