Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 11:44

Өр-яңы поликлиника асылды!

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө ҡалаһында яңы медицина учреждениеһы асылды. Хәҙер бында 12 мең бала сифатлы һәм заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө ҡалаһында яңы медицина учреждениеһы асылды. Хәҙер бында 12 мең бала сифатлы һәм заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Ни бары ике йыл эсендә сафҡа индерелгән поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы төҙөлгән. Элек иһә дүртөйлөләр торлаҡ йорттоң беренсе ҡатындағы ҡыҫынҡы поликлиникаға йөрөп ыҙа сикте.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт ҡатлы йорт 6 524 квадрат метр майҙанды биләй. Унда пандус ҡуйғандар, балаларҙың категорияһын иҫәпкә алып, һәр ҡатта санитар бүлмәләр эшләнгән. Бында пациенттар ғына түгел, ә табиптар өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бәләкәстәр өсөн көндөҙгө станционар эшләй, уйын һәм сабыйҙарҙы ашатыу бүлмәләре бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дүртөйлө ҡалаһындағы өр-яңы поликлиника тураһында былай тип яҙҙы: “Бында кабинеттар иркен һәм яҡты, уйын бүлмәһе һәм көндөҙгө станционар бар. Бүтән балаларға ауырыу йоҡмаһын тигән маҡсаттан сығып, температура менән килгән пациенттар өсөн айырым ишек эшләнгән”.
Фото: bash.news
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас в