-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2020, 16:26

22 МАРТ - БӨТӘ ДОНЪЯ ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ КӨНӨ

Йәшәү сығанағы - һыу, уны һаҡлайыҡ...

Һыу – ер йөҙөндәге барлыҡ тере йән эйәләренең йәшәү сығанағы. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.

Ғилми үҙәктәр кеше менән һыу араһында бәйләнеш барылғын билдәләй. Элек бит башҡорттар ер-һыу атамаларына, географик урынға ҡарап, бер-береһенең нәҫел тамырҙарын белгәндәр. Мәҫәлән, Дим буйы, Урал, Эйек башҡорттары. Әгәр ҡунаҡ килһә, иң тәүҙә: “Һеҙ ҡайһы һыу буйынан?” – тип һорағандар.

Дини йолалар ҙа һыу менән бәйле. Мосолмандар паклыҡты, таҙалыҡты гел һаҡларға, һыуҙы исраф итмәҫкә бурыслы.

Ғалимдар өшкөрөлгән һыу составын тикшерә. Доға уҡылған һыуҙың структураһы бик матур йондоҙ формаһында була. Ысынлап та, өшкөрөлгән һыу ауырыуҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Мәккәләге изге зәм-зәм һыуы бер ваҡытта ла иҫкермәй. Бына мөғжизә!

Шуға күрә һыуға ҡарата иғтибарлы, рәхмәтле булырға кәрәк. Нобель премияһы лауреаты Курт Вютрих берәй заман нефть бөтәсәге тураһында борсолоуҙан бигерәк, һыу көрсөгө хаҡында уйларға өндәй. Бөгөн Ер шарындағы халыҡтың яртыһына эсергә яраҡлы һыу етмәй. Шуға беҙ уға хаҡты рәхмәт һүҙҙәре менән ҡайтарып, уны һаҡсыл тотонорға тейешбеҙ.

Беҙҙең илдә һәм республикала һыу запастары етерлек кимәлдә тип әйтергә була. Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 километрҙан ашҡан 13 меңгә яҡын йылға бар. Уларҙың төп өлөшө - һаны буйынса 99,9 процент, оҙонлоғо буйынса 87 процент – 100 километрҙан да кәмерәк оҙонлоҡтағы йылғалар тап килә.

Республиканың төп һыу сығанағы исемен хаҡлы рәүештә Ағиҙел йылғаһы йөрөтә.

Читайте нас в