Башҡортостанда ла Науруз билдәләнә.
Яңы йылды март айында башлап ебәреүҙең
башҡорттар йәшәгән
Урта Волга буйында булғанлығы мәғлүм. Ул осорҙа Науруз көндәрендә (ул берәр аҙнаға — 10 көнгә һуҙылған) йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған, быны уҡыусы балалар — шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып, йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыштар теләп йөрөгәндәр.
Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе.