+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 13:34

Асыҡ һауала вирус күпме йәшәй?

Ғалимдар COVID-19 вирусының металда, быялала өс тәүлек, асыҡ һауала өс сәғәт йәшәүен асыҡлаған. Урамға сығыу шулай ныҡ ҡурҡынысмы икән?

Донъяның күпселек илдәрендә коронавирусҡа ҡаршы көрәш бара. Барселона автономлы университеты биологы Хавьер Абад әйтеүенсә, тышта асыҡ һауала һауа ағымы көслө булғанлыҡтан, вирус һәр бер кешегә йоғоп бармай. Ә бына бина эсендә, кафе, сауҙа үҙәктәре, һ.б. урындарҙа һауала уның концентраты ҙурыраҡ була. Шулай ҙа урамда кеше күпләп йыйылған урындарҙы урап үтеү хәйерлерәк.
Әгәр теорияға таянһаҡ, коронавирустың магазиндан һатып алынған әйберҙәрҙә булыуы ла мөмкин. Шуға магазиндан ҡайтҡас, хлорлы һыуға манылған еүеш сепрәк менән асылмаған ҡаптарҙы, пакеттарҙы һөртөп алыу артыҡ булмаҫ. Аҙаҡ мотлаҡ рәүештә ҡулды һабын менән йыуырға кәрәк!
Коронавирус кейем аша йоҡмай. Вирусты ҡояш нурҙары үлтерә, шуға кейемдәрҙе йышыраҡ яҡты урынға элеп, елләтепалырға кәрәк.
Дуҫтар, мөмкин тиклем үҙегеҙ менән еүеш салфетка, перекись водорода алып йөрөтөгөҙ. Битлекте ҡулдан тегеп кейһәгеҙ ҙә була, тик уны 2 сәғәт һайын алмаштырып торорға кәрәк.
Читайте нас: