+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 13:01

Kovid – 19 вирусы. Һуңғы мәғлүмәт

Балалар каникулда, ә ҡайһы бер ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр өйҙән эшләүгә күсте.

Балалар каникулда, ә ҡайһы бер ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр өйҙән эшләүгә күсте.
Рәсәйҙә 367 кешелә Kovid – 19 вирусы табылған. Башҡортостанда коронавирус юҡ тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.
Радий Хәбиров әйтеүенсә беҙҙә сирлеләр юҡ, ләкин Рәсәйҙең күп төбәгендә коронавирус йоҡтороусылар асыҡланды. Шулай уҡ беҙҙең күрше өлкәләрҙә лә Kovid – 19 вирусын йоҡторғандар бар. Тимәк, беҙҙә лә булыуы мөмкин.
Мөһим проблемаларҙың береһе дарыуханаларҙан битлек алып булмай. Сөнки улар юҡ. Шулай уҡ һуңғы ике аҙнала 17 меңдән ашыу кеше сит илдән ҡайттылар. Һаҡ булайыҡ! Әйтергә кәрәк Өфө ҡалаһы хаҡимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән Өфө районы хаҡимиәте башлығы Вилорий Угаров командировкала сит илдә булып ҡайтҡас та ике аҙнаға карантинға киткәндәр.
Читайте нас: