+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 17:40

Радий Хәбиров баш ҡала “А.У.Е."шниктары” тураһында

Яңыраҡ БСТ каналында баш ҡалала сауҙа үҙәктәренең береһендә бер төркөм үҫмерҙәрҙең “А.У.Е.” девизы аҫтында үткенселәргә һөжүм итеүе тураһында күрһәткәйнеләр. “Өфө бандиттары” тураһында видео Радий Хәбировҡа ла барып еткән.

Яңыраҡ БСТ каналында баш ҡалала сауҙа үҙәктәренең береһендә бер төркөм үҫмерҙәрҙең “А.У.Е.” девизы аҫтында үткенселәргә һөжүм итеүе тураһында күрһәткәйнеләр. Улар сауҙа үҙәгенә ингән кешеләрҙе ҡурҡытып, уларҙан аҡса таптырып, тиҫтерҙәрен туҡмап, магазиндарҙа урлашып үҙҙәренә иғтибар йәлеп иттерә. Ата-әсәләр, сауҙа комплексы хеҙмәткәрҙәре был малайҙарҙың йыш тәртип боҙоуына зарлана. Уларҙың әйтеүе буйынса, бында кәмендә ике банда “эшләй".
“Өфө бандиттары” тураһында видео Радий Хәбировҡа ла барып еткән.
Ул бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә төбәктең вице-премьеры Ирек Сәғитовҡа һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға “А.У.Е.-шниктар”ҙы тоторға, тип фарман бирҙе.
“Уларҙы тағы ла ҙурыраҡ енәйәткә тотонмаҫ элек тоторға кәрәк. Тимәк, мәктәптә улар менән шөғөлләнмәйҙәр! Әгәр ҙә был күренеш мәктәптә тамыр йәйә икән, иң тәүҙә директорҙарҙы язаға тарттырасаҡмын. Был үҫмерҙәр – бала ғына әле, моғайын, яҡшы ғаиләләрҙәндер”.
Читайте нас: