+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 18:42

Штраф йәки төрмә: Өфө блогерын, карантин режимын үтәмәгәне өсөн, яза көтә

Гүзәл Шәрәфетдинова исемле был һөйкөмлө ҡатын ғаиләһе менән яңыраҡ Таиландтан ҡайтҡан булған. Сәйәхәтселәргә ҡайтҡандан һуң ике аҙна бер ҡайҙа ла сыҡмай, карантинда булырға ҡушыла. Әммә Гүзәл икенсе көнөнә үк ата-әсәһенә диңгеҙ күстәнәстәрен тәмләтергә юллана, социаль селтәрҙәрҙәге 240 меңлек аудиторияһына ла бының турала “һайрап” өлгөрә.

Гүзәл Шәрәфетдинова исемле был һөйкөмлө ҡатын ғаиләһе менән яңыраҡ Таиландтан ҡайтҡан булған. Сәйәхәтселәргә ҡайтҡандан һуң ике аҙна бер ҡайҙа ла сыҡмай, карантинда булырға ҡушыла. Әммә Гүзәл икенсе көнөнә үк ата-әсәһенә диңгеҙ күстәнәстәрен тәмләтергә юллана, социаль селтәрҙәрҙәге 240 меңлек аудиторияһына ла бының турала “һайрап” өлгөрә.
Блогерҙың яҙылыусылары шелтәләп, комментарийҙар яҙа, ә Гүзәл, үҙендә симптомдар булмауына һылтана, аудиторияның дорфа шелтәләренә үпкәләп, яуап яҙа. Моғайын, ул ғалимдарҙың коронавирустың симптомһыҙ үтергә мөмкинлеге тураһында сығыштарын күрмәгәндер.
Радий Хәбиров блогер ҡатынды карантин режимын үтәмәгәне өсөн язаға тарттырырға бойорҙо. “Кем сит илдә булған, шулар бөтәһе лә карантинда өйҙә ултырырға тейеш. Кем дә кем ҡағиҙәне боҙа, уларҙы йәлләмәй, яуапҡа тарттырырға бойорам. Кисә бер ҡатындың карантиндан баш тартыуы тураһында видеоһын күрҙем. Мотлаҡ рәүештә уны язаға тарттырырға кәрәк уны, башҡаларға үрнәк күрһәтмәһен! Уның сит илдән нимә алып ҡайтыуын Хоҙай ғына белә. Кеше араһына сығып, таратып йөрөмәһен” – тине ул Гүзәл Шәрәфетдинова тураһында.
Үҙ сиратында Гүзәл "Инстаграм"да видео һалған. Ул карантинға бер ҙә ҡаршы түгеллеге, Таиландтан ҡайтҡан ваҡытта әле карантин режимы булмауы тураһында һөйләй. "Самолеттан төшкәс, маңлайҙы контактһыҙ термометр менән үлсәнеләр, берәү ҙә миңә өйҙә ултырырға тип әйтмәне. Мин белә тороп, карантин режимын боҙорға уйламаным да" - ти ул.
Баш ҡалала яңыраҡ сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандарҙың фатирҙарын тикшерәләр. Бөгөн мең ярымдан ашыу кеше карантинда. Шуларҙың алтауы карантин режимын боҙған (йәмәғәт урындарына сыҡҡан). Бының өсөн уларҙың иңенә 80 меңгә тиклем штраф һалыныуы йәки бер йылға тиклем ҡулға алыныуы бар. Әгәр сирле көйөнсә өйөнән сығып, башҡаларға йоҡторһа, биш йылға тиклем төрмә янай.
Читайте нас: