Рәсәй Президенты менән әңгәмә рәүешендә эшләнгән проект бик ҡыҙыҡлы ғына. ТАСС агентлығы журналисы, 20 һорау, тигән һылтау менән ил башлығын бик күп темаға һөйләндерҙе. "Һеҙ беҙҙең менән мәңгелеккәме?" - тип тә һораны.
- Әгәр һеҙ теләһәгеҙ... Алда ваҡыт күп әле, - тип ҡыҫҡа яуап менән ҡотолмаҡсы булғайны ла Владимир Владимирович, юҡ, әңгәмәсеһе бигерәк ныҡыш, йәнәһе бынан (аҫтан инде) насар күренә, һеҙ өҫтән һәйбәтерәк күрәһегеҙҙер, ниндәй горизонттар асыла, тип тағы-тағы һорауҙар биреп тик ултыра.
- Кешенең кәйефенән һәм теләгенән күренә, - тине Путин.
- Кешегә билдәһеҙлек оҡшамай, беҙгә билдәлелек кәрәк, - ти йәнә Андрей Ванденко.
- Элиталарҙың нервылары тыныс түгелдер, - тип төрттөрә Президент.
- Ҡалығыҙ, - ти журналист.
- Әлегә минең яуабым юҡ - ти Путин.
Ысынлап та, әле дүрт йыл бар ҙа инде. Ниңә улай юҡ-бар һорау менән ил башлығының ваҡытын алырға? Башҡа мөһимерәк мәсьәләләр ҙә бар бит.
- Һеҙгә, батша, тигәндәрен нисек ҡабул итәһегеҙ? - тип һораны Ванденко әфәнде.
- Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Башҡа берәүҙе "царь" тиергә булалыр, бәлки. Мин бит көн һайын эшләйем, ә батшалыҡ итмәйем. Батша ул өҫтән генә ҡарап ултыра, бойороҡтар бирә. Ә үҙе көҙгөгә ҡарап, кәпәсен йүнәткеләй генә. Мин көн һайын эшләйем...
Бына шулай. Үҙ илендә эшләгән кешенән көлөп маташалар.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова