-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 18:11

“Аманат”тың буранай һаны

Ниһайәт, бик тиҙҙән журналыбыҙҙың буранай һаны ла донъя күрәсәк, Алла бойорһа! Әйҙәгеҙ уның эстәлегенә күҙ йүгертеп үтәйек.

Ниһайәт, бик тиҙҙән журналыбыҙҙың буранай һаны ла донъя күрәсәк, Алла бойорһа! Әйҙәгеҙ уның эстәлегенә күҙ йүгертеп үтәйек.
Яҙҙы халыҡта ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлегенә, гүзәллегенә тиңләйҙәр. Хатта уны Яҙбай тип түгел, Яҙһылыу тип йөрөтәләр. Илаһи миҙгелдең тәүге айында сыҡҡан “Аманат” журналы биттәрендә лә һеҙ яҙҙың йылы һулышын, күтәренке ҡәйефен тойоп, ҡыуанырһығыҙ.
Журналыбыҙҙы ҡулығыҙға алғас та тышлыҡтағы сәскәләр араһында ултырған һөйкөмлө ҡыҙға иғтибар итерһегеҙ. Юҡ, был Яҙһылыу түгел, ә “Оҙонсәс” конкурсы еңеүсеһе – Рәлиә Байсурина булыр. Уның менән әңгәмәне 17–се биттә уҡырһығыҙ.
“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә әсәйҙәр тураһында шиғырҙар бик күп килде. Шуларҙың иң-иңдәре журнал биттәрендә донъя күрҙе. Ә “Ижад ҡомары”нда Сибай ҡыҙы Алтынай Аҡманованың яҙ тураһында әҫәре һәм Хәйбулла районы Әбүбәкир ауылы егете Саръян Билаловтың “Умырзая ниңә моңая?” әкиәте баҫылып сыҡты.
“Берле” алған уҡыусы отличник була аламы икән? Юуууҡ, тиерһегеҙ. Ә бына немецтар “берле” алһа, ғәләмәт ныҡ ҡыуана, ти! Бының турала Миләүшә апайығыҙҙың мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Тик каникулдан һуң мәктәпкә барғас, “берле” алып ҡуймағыҙ, беҙҙә был һан бигерәк әҙәм көлкөһө бит.
“Еңеү еңел бирелмәне!” конкурсына ла хаттар табаҡ-табаҡ булып килә. Уҡыусылар беҙгә үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәре тураһында мауыҡтырғыс хат-хәбәрҙәрен яҙып ебәрә унда. Был яҙмаларҙа тере тарих сағыла. Ысынлап та шулай булдымы икән, тип уҡыйһың, хатта.
Арабыҙҙа Балтас, Тәтешле районы вәкилдәре бармы? “Башҡорт тарихы” битендә һеҙ үҙ ырыуығыҙ – Ирәкте тураһында бик мөһим мәғлүмәт табырһығыҙ. Республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүселәр өсөн был рубрика бик тә файҙалы булыр. Үҙ тарихығыҙҙы, шәжәрәгеҙҙе өйрәнеп, башҡорт икәнлегегеҙҙә инанһағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың рухтары һеҙгә рәхмәт уҡыр.
Теге апалы-һеңлеле Рәшиҙә менән Рәсимә ни эшләй икән, тиһегеҙҙер. Юнир Салауатовтың повесы аҙағына ла яҡынлашты. Алдағы һыуығай һәм шаҡай һандарында уның башы донъя күргәйне. Повесть нисек барып бөтөр икән? Рәшиҙә һуғыштан ҡайтырмы? Рәсимә әсәһе өсөн үс алырмы? Был һорауҙарға яуапты журнал биттәренән эҙләрһегеҙ.
Картуф яратаһығыҙмы? Юууҡ, ҡура торғанын түгел, ә татлыһын, тимәксебеҙ. Әгәр ҙә шәкәрле генә, тәмле картуф ашап ҡарағығыҙ килһә, Гүзәлиә Ғүмәрова апайығыҙ өйрәткән рецепты урап үтмәгеҙ. Уны хатта бешереп торорға ла кәрәкмәй – яп-ябай ғына!
Интернеттан көнө-төнө сыға белмәгәндәр ҙә барҙыр арабыҙҙа, нимәгә уныһын йәшәреп торорға, эйеме? Рәзил ағайҙың глобаль селтәрҙәрҙә нисек итеп аҡса эшләү ысулдарын күҙәтеп бараһығыҙҙыр, моғайын. Әгәр уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, телефонға һалырлыҡ булһа ла килем таба алырһығыҙ. Был юлы Рәзил ағай реклама, партнерлыҡ аша аҡса эшләргә өйрәтә.
Ә бына дарыу һатыу килемле эшме-юҡмы икәнлеге тураһында һеҙ Миләүшә апайығыҙҙың фармацевт-провизоры Зилә Әминева менән ҡорған әңгәмәһенән белерһегеҙ. Һөнәр һайлау алдында торған уҡыусылар өсөн был интервью бик файҙалы буласаҡ.
“Сәләмәт бул!” рубрикаһында Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ ауырыуҙарҙың еҫтәре тураһында бик тәфсирләп яҙған. Балыҡ, сыр, уксус, хатта бал еҫе килгән кеше лә ниндәй ҙә булһа ауырыуға дусар икәнлеген аңлата икән.
Журналдың ҡап уртаһын биҙәп торған һылыуҙы, моғайын, күптәрегеҙ таныр әле. Бәләкәйҙән “Тамыр”ҙа үҫкән ҡыҙ бит ул! Диана Шиһапова әңгәмә барышында ни өсөн юрист һөнәрен һайлауы, хайп тураһында ҡарашы тураһында фекере менән бүлеште.
Журналыбыҙҙа бына-бына донъя күрәсәк ҡыҙыҡлы мәҡәләләр бының менән генә тамамланмай. Һеҙ уларҙы тиҙҙән “Аманат”ты ҡулығыҙға алғас та уҡырһығыҙ. Ә беҙ һеҙгә журналға алдан яҙылыу кампанияһының тамамланыуына ни бары бер аҙна ғына ваҡыт ҡалыуы тураһында хәбәр итмәксебеҙ. 31 мартҡа тиклем “Аманат”ҡа 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылһағыҙ, уның хаҡы элеккесә 350 һум да 28 тин була. Ә 1 апрелдән хаҡтарҙың артыуы бар.
Шулай уҡ “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашырға теләүселәрҙе лә шатландырып үтәйек әле. 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр – электрон китап, акустик система, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмаһы һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы уйнатыла. Уйында ҡатнашып, бүләк отҡоғоҙ килһә, журналға яҙылып, журналдың тәүге эске битендә, йәки “Бәйләнештә”ге төркөмөндә (vk.com/amanatrb), йәки рәсми сайтында (amanat.rbsmi.ru) ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияһының (абонементының) күсермәһе менән ҡуша редакцияға ебәрегеҙ!
Шул купондарҙы беҙ, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә.
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәтте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа иһә – етәксе һенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.
“Аманат”лы булығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: