+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 16:13

Йөҙ йыл элек ниндәй битлек кейгәндәр?

20-се быуат афәте - "испанка" ваҡытында кешеләр вирустан һаҡланыу маҡсатында урамда битлек кейеп йөрөгән. Ул ваҡытта битлектәр ни рәүешле булған икән? Беҙ һеҙгә 1918 йылғы фотоларҙы тәҡдим итәбеҙ.

Кешелек тарихында "Испанка" (испан грипы) иң күп ҡорбанлы пандемия булараҡ билдәле. 1918-1919 йылдарҙа 18 ай эсендә 550 миллиондан ашыу кеше был вируслы ауырыу йоҡтора. Был һан ул ваҡыттағы Ер йөҙөндәге бөтөн халыҡтарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Яҡынса билдәләүҙәр буйынса, был грипп 40 миллион самаһы кеше ғүмерен өҙгән. Бәғзе ғалимдар хатта "испанка" ҡорбандарының һаны 100 миллиондан да кәм түгел, тип иҫәпләй.
Һүрәттә: Сиэтл ҡалаһы, 1918 йыл. Битлек кеймәгән пассажирҙарҙы трамвайға ултыртмайҙар.
Әлеге коронавирустың эҙемтәһе ул тиклем үк булмаҫ, тип ышанабыҙ. Шуға күрә, ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуырға, битлек кейергә тәҡдим ителә.
Читайте нас: