+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 18:07

Интернетта башҡорт телен өйрәнеү буйынса роликтар циклы баҫылды

Интернетта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проектының премьераһы булды.

24 мартта интернетта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проектының премьераһы булды. Селтәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса роликтар циклы баҫылды: «Башҡорт теле: яңы ҡараш». М.Аҡмулла исемендәге БДПУ булышлығында Башҡортостан башлығының республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантына 10 видеосюжет төшөрөлдө.
Фонд директоры һәм проект кураторы Гөлназ Йосопова һүҙҙәренсә, башҡорт телен өйрәнеү роликтары башлыса һәр шишәмбе социаль селтәргә һалына.
«Беҙ «Бергәләп башҡортса» сюжеттарының 10 сығарылышын интернетҡа һалдыҡ, улар яңы өйрәнә башлағандар һәм телде тәрәнерәк өйрәнергә йәки белемдәрен нығытырға теләгәндәр өсөн бик файҙалы», — тип һөйләне Гөлназ Йосопова.
Сюжеттар киң аудиторияға иҫәпләнгән. Яңы цикл «Бергәләп башҡортса» циклының логик дауамы булып тора, ләкин күберәк үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
«Үҫмерҙәр – иң ҡатмарлы аудитория тип иҫәпләйем, уларға телде һәйбәт белеүҙән тыш, уны һаҡларға кәрәклеген аңлатыуы ауыр. Әгәр бала саҡта был яуаплылыҡ өлкәндәр иңендә ятһа, үҫмерҙәр иһә үҙ донъяһында йәшәй. Ҡала үҫмерҙәре донъяһында башҡорт теле кәрәкле, республикабыҙ башлығы әйткәнсә, модала булһын ине», — ти проект авторы Зөһрә Бураҡаева.
Сюжеттың төп геройҙары – Өфө үҫмерҙәре Алмас, Айсулпан, Азалия һәм Юрматы бергәләп театрға, йәш рәссам Айтуар Райбаев оҫтаханаһына, Өфө фотографы Дим Толонғужинға, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға бара, ә композитор Урал Иҙелбаевта ҡунаҡта үҙҙәренең рок төркөмөн ойошторорға тигән ҡарарға килә – тәүге йырҙарын яҙҙыра һәм клип төшөрә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының билдәле актеры Шәһит Хамматов менән бергә өноҡшаш һүҙҙәрҙе еңел генә өйрәнергә мөмкин.
Сюжет өсөн махсус рәүештә «Бүреләр» рок төркөмө лидеры Илшат Абдуллин һәм Диләрә Иҙелбаева башҡарыуында йыр яҙҙырылды. Сюжеттарҙы аниме стилендә биҙәүсе – йәш башҡорт рәссамы Айназа Ҡараҡай. Шулай уҡ роликтар өҫтөндә режиссер, оператор һәм тауыш режиссеры Роман Пожидаев, инфографика режиссерҙары Таңсулпан Бураҡаева һәм Петр Карсагов эшләне.
Башҡорт кинематографы темаһына арналған беренсе программаны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды
Читайте нас: