+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 12:43

Шишмәнән китергә теләмәйҙәр

Контракттары тамамланған, әммә улар китергә ашыҡмай. Шишмә район үҙәк дауаханаһында “Ауыл табибы” программаһы буйынса эш башлаған белгестәр һис тә ҡалаға китергә йыйынмай.

Контракттары тамамланған, әммә улар китергә ашыҡмай. Шишмә район үҙәк дауаханаһында “Ауыл табибы” программаһы буйынса эш башлаған белгестәр һис тә ҡалаға китергә йыйынмай.
Ирина Мөсәғитованың 2018 йылда уҡ дәүләт программаһы буйынса биш йыллыҡ килешеүе тамамлана, әммә ул бер ҡайҙа ла китмәй, бирелгән миллион һумды ошонда торлаҡ алыуға тотона. ”Бында йәшәү өсөн шарттар уңайлы, үҙ өҫтөңдә эшләү, белемеңде арттырыу өсөн дә яйлы”, - ти табип-онколог.
Йәш белгес Гөлнара Йәғәфәрова былтыр ғына эш башлаған, уны торлаҡ менән тәьмин итеүҙе дауахана үҙ өҫтөнә алған.
Программа сафҡа ингәндән алып, район үҙәк дауаханаһына 69 белгес эшкә урынлашҡан. Контракты тамамланған 42 белгес башҡа ергә китмәй, ошонда ҡалырға ҡарар иткән. Быйыл дүрт табип фатир менән тәьмин ителгән. Эшкә килергә теләгән хирург, участка терапевтарын да фатирҙар көтә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларын квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу көн үҙәгендә тора. Шишмә район үҙәк дауаханаһы был йәһәттән күптәргә яҡшы өлгө.
Фото:Bash.News.
Читайте нас: