+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 15:54

Яҙғы каникул оҙайтылды

Әммә уҡыусылар ҡасан да булһа ғәҙәттәгесә мәктәпкә йөрөрмө-юҡмы – был һорауға яуап әлегә юҡ.

Әммә уҡыусылар ҡасан да булһа ғәҙәттәгесә мәктәпкә йөрөрмө-юҡмы – был һорауға яуап әлегә юҡ.
Радий Хәбиров уҡыусыларҙың яҙғы каникулы 6 апрелгә тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр итте. Был ҡарар Владимир Путиндың илдә коронавирустың таралыуына юҡ ҡуймау өсөн Рәсәйҙә киләһе аҙнаны ял аҙнаһы тип иғлан итеүенән һуң ҡабул ителде.
Әле кисә генә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, мәктәптәрҙә каникул 1 апрелдә бөтәсәк, республиканың бөтөн мәктәптәре 100% дистанцион уҡыясаҡ, ә дәрестәр 30 минутҡаса ҡыҫҡартыласаҡ, тип иғлан иткәйне. Бөгөн иһә Радий Фәрит улыҙ “Каникулды оҙайтабыҙ. Әлбиттә, уҡыусыларҙың урамда йөрөүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Аҙна буйына ата-әсәләр өйҙә булғас, балалары менән аралашһын”, - тине.
Балалар баҡсаларында киләһе аҙнала ата-әсәләре эшләгән кескәйҙәр өсөн махсус төркөмдәр булдырыласаҡ (Путин әйтеүенсә, 30 марттан 5 апрелгәсә табиптар, аҙыҡ-түлек кибеттәре һатыусылары, фармацевтар, полиция һәм юл-төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре өҙлөкһөҙ эшләйәсәк).
Юғары һәм урта белем биреү йорттары ла (республикала барлығы – 96 колледж) дистанцион уҡыу формаһына күсте.
Дистанцион уҡытыуға күсеү буйынса “ҡыҙыу линия” телефоны: +7 (347) 292-11-52.
Фото "Башинформ" МА сайтынан алынды.
Читайте нас: