+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 14:26

АШЫҒЫС ХӘБӘР!!!

"Аманат" журналына - осһоҙ хаҡҡа...

Дуҫтар!
2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Аманат” журналына ваҡытынан алда яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ҡына көндәр ҡалды. 31 марттан һуң һеҙ осһоҙ хаҡҡа яҙыла алмаясаҡһығыҙ.
Журналға Башҡортостандың бөтөн почта бүлексәләрендә яҙылырға була. Короновирус менән бәйле почтаға барырға ҡурҡһағыҙ, журналға интернет аша, "Рәсәй почтаһы" сайтында өйҙән сыҡмайса ғына https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 һылтанмаһы буйынса онлайн режимда яҙылып була.
Әгәр ҙә почтальондың һеҙгә журнал ташыуынан шикләнһәгеҙ, rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 350 һум да 28 тин. Индексы – П2706.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла дауам итәсәк!
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа – етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә
"Аманат"ҡа былтырғы хаҡ менән яҙылып ҡалығыҙ! "Аманат"лы булығыҙ!
Читайте нас: