+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 16:15

Cоциаль ярҙам саралары

Башҡортостанда карантин ваҡытында өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерәләр

Башҡортостанда яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлекте, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы һәм дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерәләр. Коронавирусты иҫкәртеү өсөн халыҡтың ошо категорияларына социаль ярҙам сараһы ойошторола.
Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы ваҡытлыса үҙәк оло йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар менән тәьмин итеүҙе ғәмәлгә ашыра.
«Беҙҙә хеҙмәтләндерелгән ололар һәм инвалидтар, шулай уҡ муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм башҡа рәсми сығанаҡтар мәғлүмәте буйынса асыҡланған өлкән йәштәге граждандар тәьмин ителә. Күп каналлы колл-үҙәккә килгән ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр буйынса ла эшләйбеҙ», — тине министр урынбаҫары Юрий Мельников.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса колл-үҙәк эшләй. Уның номеры — 8-800-250-56-04.
Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-555-49-43. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй, хеҙмәткәрҙәр COVID-19 тураһында төп һорауҙарға яуап бирә.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы коронавирус инфекцияһы менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә).
Читайте нас: