Лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да бар. Ул ватан балалар әҙәбиәтенең гуманистик традицияларын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн наградланған. Камил Йыһаншин был бүләкте үҙ ғүмерендәге иң юғары баһаларҙың береһе тип белдерә, шул иҫәптән Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын да.
- Мин - белемем буйынса радиоинженер, Алыҫ Көнсығышта удыгейҙар менән дүрт йыл бергә ғүмер иткән осорҙа күҙәтеүҙәрем теркәлгән тиҫтәләгән дәфтәр йыйылды һәм яҙырға тотондом. Ул осорҙан минең хикәйәләрем генә түгел, урындағы шаман бүләк иткән 200 йыллыҡ дөңгөрөм дә һаҡланған”, - тигән “Башинформ” агентлығына яҡташыбыҙ.
Камил Йыһаншин Туймазы районының Ҡандра ауылында тыуған. Алыҫ Көнсығышта йәшәгән, күп сәйәхәт иткән. Башҡортостан һәм Себер киңлектәрен геология партиялары сафында урап сыҡҡан, һунарсы, инженер булып эшләгән. Биш йыл Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә етәкселек иткән. Тиҫтәләрсә китап авторы, Рәсәйҙәге төрлө әҙәби премиялар лауреаты. Яҙыусының ижадында Башҡортостан тәбиғәте, йәнлектәре тураһындағы әҫәрҙәр ҙур урын алып тора.
Камил Фәрухша улын сираттағы ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!