Магнитогорск ҡалаһында тағы ла йорт шартлаған, тип хәбәр итә федераль матбуғат. Доменщиков урамындағы биш ҡатлы йортта газ баллоны шартлаған. Һөҙөмтәлә икенсе һәм өсөнсө ҡаттағы бер нисә фатирҙа янғын сыға. Силәбе өлкәһендәге ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ике кеше һәләк булған, тип еткерә.