Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 11:46

Ғүмерен ҡотҡарҙылар

Республика кардиология үҙәгендә йәрәктәге протез фистулаһын ябыу буйынса уникаль операция эшләгәндәр.

Республика кардиология үҙәгендә йәрәктәге протез фистулаһын ябыу буйынса уникаль операция эшләгәндәр. Пациент – күрше төбәктән, ул оҙаҡ ваҡыт тын ҡыҫылыуҙан һәм баш әйләнеүҙән яфаланған.
Икенсе үҙәктә уның йөрәгенә клапан протезы ҡуйғандар, шунтлау яһағандар. Әммә операциянан һуң фистула ҡалған, ул барыбер тулы тормош менән йәшәргә бирмәгән. Пациент Өфө белгестәренә мөрәжәғәт итергә булған.
Йөрәккә операция өс сәғәттән ашыу барған. Онлайн режимда беҙҙең белгестәргә Италия профессоры Эустахио Онорато консультация биреп торған.
Республика кардиология үҙәгенең бүлек мөдире Игорь Бузаев әйтеүенсә, был – һирәк патология. Яңы алым буйынса үҙәктә ни бары өсөнсө операция яһалған. Быйыл тағы ла ошондай биш операция планлаштырыла.
Операцияның үҙенсәлеге шунда: бригада составы мультидисциплинар булған, уға кардиохирургтар, рентгенхирургтар, кардиологтар, функциональ диагностика белгестәре һәм инженерҙар ингән. Унан тыш, уникаль ҡорамал ҡулланылған, ул рентген һүрәтен УЗИ менән тоташтырырға мөмкинлек биргән. Шуға күрә белгестәр патологияның тулыраҡ картинаһын күреп, операцияны анығыраҡ яһау мөмкинлегенә эйә булған.
Кардиохирургтар пациенттың йөрәгенә уникаль ҡорамал ҡуйған. Уны эшләүселәр рәтендә Италия профессоры Онорато ла бар. Ҡорамал ике дисктан тора һәм һәр пациент өсөн шәхсән эшләнә. Унан тыш пациенттың ғүмерен ҡотҡарып булмаҫ ине.
Кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, үҙәктә аҙна һайын уникаль операциялар яһала. Бында медицина ярҙамының сифатын яҡшыртҡан яңы диагностикалау һәм дауалау алымдарын ҡулланалар.
Әле пациент үҙен яҡшы тоя. Тиҙҙән ул өйөнә ҡайтасаҡ. Үҙәктә иһә һуңғы көндә ошондай ике операция яһалған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау миниистрлығы хәбәр итә.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, медицина учреждениеларын төҙөкләнде­реүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға ҙур суммалар тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә, сөнки юғары квалификациялы белгестәр булмай тороп, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртып булмай.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в