-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 13:08

Республикала 72 кешелә, шул иҫәптән 10 балала коронавирусҡа шик бар

COVID-19 раҫланған сирлеләр һаны элеккесә ҡала – дүрт кеше, улар араһында бала бар.

Башҡортостанда 26 мартҡа көндөҙгө сәғәт 1-гә ҡарата, 72 кеше, шул иҫәптән 10 бала коронавирусҡа шик менән стационарға һалынған. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта ошо турала белдерҙе.
COVID-19 раҫланған сирлеләр һаны элеккесә ҡала – дүрт кеше, улар араһында бала бар. Бөтә пациенттар ҙа Өфө ҡалаһы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының бокс бүлексәләрендә дауалана.
Бөгөнгә 2610 биоматериал тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә яңы сирлеләр асыҡланмаған, тип хәбәр итте республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак.
Фото: pixabay.com
Читайте нас в