Сибайҙар, иғтибар! Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының брифингында хәбәр иттеләр.
22 мартта Сибай ҡалаһының йəкшəмбе баҙарында (Матросов урамы, 4) 37-се урында COVID 19 вирусы менән сирләгән кеше ит һатҡан. Үҙе Силәбе өлкәһенән килеп һатыу итә икән.
Кем был кешенән ит алған, аҡса алмаштырған - шуларҙы 8(347)286-58-27, 8(347)279-91-20 телефондары буйынса шылтыратып, үҙегеҙ тураһында хəбəр итегеҙ.