+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2020, 15:12

Дәүләт имтихандары күсерелә

Коронавирустың таралыуына бәйле, Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡыты күсерелә.

Коронавирустың таралыуына бәйле, Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡыты күсерелә.
Илдә эпидемиология торошоноң киҫкен булыуын һәм 30 марттан 3 апрелгәсә эш көндәре булмауын иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы менән Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ошондай ҡарар ҡабул иткән.
Һөҙөмтәлә Берҙәм дәүләт имтихандары - 8 июндә, Төп дәүләт имтихандары 9 июндә башланасаҡ.
Быға тиклемге ҡағиҙәләр буйынса, БДИ 25 майҙан 29 июнь арауығында ойошторолорға тейеш ине. Унда 797 мең кеше ҡатнаша. Төп дәүләт имтихандарын иһә 22 майҙан 30 июнгә тиклем уҙғарыу планлаштырылғайны. Был һынауҙы үтеү өсөн 1,4 миллион уҡыусы теркәлгән.
Фото: News.myseldon.com
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: