+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2020, 12:30

Сибай баҙары ябылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 мартта Сибайҙың үҙәк ял баҙарында Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары йылҡы ите һатҡан, ул күптән түгел Дубайҙа ял итеп ҡайтҡан булған. Коронавирусҡа биргән анализы раҫланған.

Бөгөн, ял булыуға ҡарамаҫтан, ҡаланың үҙәк баҙары эшләмәй. Кисә бина тулыһынса дезинфекцияланды, хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ рәүештә сиргә анализ тапшырасаҡ. Шул көндә баҙарҙа булғандарҙың барыһына ла медицина тикшереүе үтеү ҡамасауламаҫ, ти белгестәр.
Үҙәк баҙар директоры Виктор Тюрин белдереүенсә, бина тулыһынса зарарһыҙландырылған, махсус ҡорамалдар ярҙамында дезинфекция үткәрелгән. Хәлдең ни тиклем киҫкен булыуын иҫәпкә алып, тейешле хәүефһеҙлек сараларын үтәү мотлаҡ. Барыһы ла халыҡтың именлеге, сәләмәтлеге өсөн эшләнә.
Фото: Сибай үҙәк баҙары сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: