+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 14:05

Бөтөнөһө лә өйҙә ултырырға мәжбүр

Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Мәскәүҙәге кеүек, Башҡортостанда бөтөн граждандар өсөн тулы үҙизоляция режимы индерергә уйлайҙар. Йәғни урамға ололарға ла, балаларға ла сығырға ярамаясаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда бөтөн граждандар өсөн тулы үҙизоляция режимы индерергә уйлайҙар. Ул Рәсәйҙең премьер-министры Михаил Мишустиндың Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе халҡына биргән күрһәтмәләренә һылтана. Илдең баш ҡалаһындағы режим беҙҙә лә булдырылыуы бар.
Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса муниципалитеттарҙың башлыҡтары һәм республика идаралығы ағзалары менән кәңәшмә уҙғара.
“Граждандарҙы тулыһынса үҙизоляцияға күсереү тураһында уйлай башлағыҙ, ресурстар әҙерләгеҙ”, - тине ул.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә халыҡҡа урамға сығыу бөтөнләй тиерлек тыйыла. Эшкә, яҡындағы аҙыҡ-түлек кибетенә, дарыуханаға, дауаханаға барырға рөхсәт ителә, йорт хайуандарын тышҡа алып сығып, йөрөтөп килергә, сүп-сар сығарырға мөмкин, әммә өйҙән 100 метр алыҫҡа китергә ярамай. Ошо көндәрҙә өйҙән сығып йөрөргә мәжбүр граждандарға махсус документ (пропуск) биреләсәк. Был ҡағиҙәләрҙең беҙгә лә килеп етеүе бар.
Һүрәттә: Силәбе табиптары ("Бәйләнештә" сайтындағы асыҡ төркөмдән алынды).
Читайте нас: