-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:49

Ял аҙнаһында ниндәй магазиндар эшләйәсәк?

Рәсәй хөкүмәте 28 мартта ҡабул ителгән тәү сиратта ихтыяж тыуҙырған тауарҙар исемлегенә үҙгәрештәр индерелде. Был исемлектә булмаған тауарҙар ял аҙнаһында һатылмаясаҡ.

Рәсәй хөкүмәте 28 мартта ҡабул ителгән тәү сиратта ихтыяж тыуҙырған тауарҙар исемлегенә үҙгәрештәр индерелде. Был исемлектә булмаған тауарҙар ял аҙнаһында һатылмаясаҡ.
Автозапчастәр (шиналар, покрышкалар һ.б.), электр ҡоролмалары, көнкүреш приборҙары, компьютер, кабель. электр кеүек ҡоролмалары, оптик ҡоролмалар, баҡса өсөн тауарҙар, төҙөлөш материалдары һәм инструменттар, янғынға ҡаршы тауарҙар, баҫма киң мәғлүмт сығанаҡтары, мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн әйберҙәр, күҙлектәр һәм линзалар (уларҙың запас частәре), тәмәке, этикеткалар, хаҡтар күрһәткестәре, төрөү өсөн тышлыҡтар, касса таҫмалары һәм башҡа һатыуға бәйле тауарҙар был исемлектән алып ташланды. Бындай тауарҙар һатылған махсус магазиндар был аҙнала бөтөнләй эшләмәйәсәк (әгәр ҙә аҙыҡ-түлек менән һатыу иткән дөйөм магазин эсендә булмаһа).
Уның ҡарауы, яңы исемлеккә түбәндәгеләр инә:
  • Санитар-гигиена битлеге;
  • Ҡулға һөртә торған антисептик;
  • Еүеш салфеткалар;
  • Ҡоро салфеткалар;
  • Еҫле һабын;
  • Кер һабыны;
  • Теш пастаһы;
  • - Теш щеткаһы;
  • Бәҙрәф ҡағыҙы;
  • Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн гигиена предметтары;
  • Кер йыуыу порошогы;
  • Балалар өсөн подгузниктар;
  • Шырпы;
  • Шәм;
  • Яңы тыуған балаға йүргәк;
  • Балалар шампуне;
  • Балаларҙың тәне боҙолғанда һөртә торған крем;
  • Баланы ашатыу өсөн шешә;
  • Имеҙлек;
  • Бензин;
  • Дизель яғыулығы;
  • Шыйығайтылған тәбиғи газ;
  • Йорт хайуандары өсөн тауарҙар.
  • Читайте нас: