+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 14:42

Радий Хәбиров "ҡоро закон" тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Бөгөндән башлап алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла. Был ҡағиҙә кибеттәргә генә түгел, барҙарға, кафе һәм ресторандарға ла ҡағыла.

Бөгөндән башлап республикала сәғәт 18:00 алып 10:00 тиклем алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла. Был ҡағиҙә кибеттәргә генә түгел, барҙарға, кафе һәм ресторандарға ла ҡағыла.
"Үҙизоляция ваҡытында халыҡтың эсеүе бер ниндәй ҙә яҡшы эҙемтәләргә килтермәйәсәк. Легаль булмаған алкоголь һатыуға көрәште лә көсәйтәбеҙ. Кемгәлре был оҡшамаһа, ғәфү итегеҙ. Күҙ күрер", - тине Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.
Спиртлы эсемлек коронавирусҡа ҡаршы көрәш маҡсатында ҡулланырға буламы икән? Америка Ҡушма Штаттарының һаулыҡ һаҡлау органдары - CDC хәбәр итеүенсә, COVID19 вирусын араҡы, ром, виски кеүек ҡаты эсемлектәр ҙә үлтермәй. Вирус тик составында этил спирты 60 проценттан кәм булмаған дезинфекциялау саралары ярҙамында ғына юҡ ителә. Тимәк, алкоголле эсемләктәрҙең ярҙамы теймәй, был гипотеза - миф.
Читайте нас: