+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 13:29

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!

Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү айҡанлы республикала масштаблы онлайн-флешмоб башланды. Уны "Салауат Юлаев" хоккей командаһы уйынсылары Юха Метсола менән Тему Хартикайнен да күтәреп алды. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡалышмайыҡ!

Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү айҡанлы республикала масштаблы онлайн-флешмоб башланды. Уны "Салауат Юлаев" хоккей командаһы уйынсылары, фин егеттәре - Юха Метсола менән Тему Хартикайнен да күтәреп алды.
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә ошо кәйефте күтәрә торған рухлы сараға ҡушылайыҡ!
Флешмоб шарттары ябай:
1. Генерал Шайморатовтың девизын ҡағыҙға яҙырға:
“Потомки Салавата отступать не умеют” (Салауат вариҫтары еңелеү белмәй)
2. Ошо яҙыу менән фотоға төшөргә.
3. Фотоны социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгә ҡуйырға. #ШаймуратовГерой хештегын онотмағыҙ!
Читайте нас: