Рәсәйҙә һуңғы тәүлек әйләнәһенә коронавирусты 771 кешелә тапҡандар, республикала 2. Яҡшы хәбәр, шул 10 кешенең 2 һауығып сыҡҡан. Дауаханала 8 кеше ята.
Илдә COVID-19 вирусы инфекцияһы менән 3548 кеше сирләй. Был хаҡта оператив штаб хәбәр итә.
235 кеше һауыҡҡан, 30 кеше вафат булған.
Башҡортостанда 31 марттан халыҡ тулы үҙизоляция режимында йәшәй. Радий Хәбиров был указға ҡул ҡуйған.