Бөгөнгө көндә өс вагонға ғына ҡалған Өфө-Сибай поездында 116 пассажир булған, вагонда 48 кеше. 26 йәшлек егеткә әлегә киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған да тик коронавирусҡа шик бар. Сит илдә булыуын булмаған да ләкин Мәскәүҙә вахтала эшләгәндә COVID 19 йоҡторған кеше менән аралашҡанын әйткән. Инйәр ҡасабаһы станцияһынан ашығыс ярҙам табиптары ауырыуҙы алып Белорет район үҙәк дауаханаһына һалғандар.