Салауат районының Малаяҙ ауылында “Салауат” тип исемләнгән яңы ҡулланыусылар кооперативы эшләй башланы. Әле ул “Краков” колбасаһының беренсе партияһын ғына етештергән. Киләсәктә бында тағы башҡа зиннәтле ризыҡтар һәм был аҙыҡ-түлектең тағы бер нисә ярымыҫланған төрө әҙерләнәсәк.
Предприятиеға йәш эшҡыуар Денис Йосопов етәкселек итә. Ә Константин Галанов бында технолог булып эшләй. Улар “Салауат ерендә” гәзите журналисы Шамил Әхмәтшинға грант отоуы һәм уны уңышлы файҙалана алыуы хаҡында һөйләгән.
Әйткәндәй, был ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса программа республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Проекттың бар суммаһы 3,3 миллион һум тәшкил иткән. Уның 300 мең һумы – шәхси аҡса. Кооператорҙар башта иттән ярымфабрикаттар әҙерләү буйынса цех асһа, һуңғараҡ иһә ыҫлау ҡорамалын һатып алған.
Шуныһы һөйөнөслө: районда "Краков” колбасаһына ихтыяж ҙур. “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – сифат. Шуға колбаса өсөн итте лә урындағы халыҡтан һатып алабыҙ”, – тип белдергән кооператорҙар.
Фото: “Молодежная газета”.