Был закон шəхси эшҡыуарҙар, ябай граждандар, кесе һəм урта бизнес вəкилдəренə пандемия ваҡытында “тын алырға” ирек бирәсәк. Нисек? Әгәр ҙә 2019 йыл менән сағыштырғанда быйылғы килем 30 процентҡа түбән булһа, улар алты айға тиклем кредит каникулдарына китə ала: пенялар һалынмай, алдан түлəүҙе талап итеүҙəре законһыҙ һынала, залог һəм ипотека йəһəтенəн тартып алыу, поручителдəн түлəүҙəр һорау тыйыла.