Илден 14 төбәгендә сирлеләр һаны күбәйгән. Башҡортостанда тыныс. 10 кешелә был сирҙе тапҡандар, шуларҙын өсәүһе һауыҡҡан.
Рәсәйҙә 5389 кеше коронавирус сире менән интегә. 355 дауаланып сыҡҡан, 45 вафат булған. Республикала шик аҫтында 89 кеше, шул иҫәптә 12 бала дауаханала яталар.
Донъяла был сир 1.2 миллион кешеләрҙә. Һуңғы тәүлектә 84709 кешелә коронавирус табылған.