-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 14:36

Радий Хәбиров дәрес үткәрҙе

Бөгөн мәктәптәрҙә уҡыу йылының аҙаҡҡы сиреге башланды. Бөгөн тәүге онлайн-дәресте Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров үҙе алып барҙы. Тулыраҡ - беҙҙең сайтта.

Бөгөн мәктәптәрҙә уҡыу йылының аҙаҡҡы сиреге башланды. Илдә тотошлай ҡурсаланыу шарттары урынлаштырылғанға күрә, уҡыусылар өйҙә уҡырға мәжбүр. Йәғни республиканың 1318 мәктәбе һәм унда белем алған 450 меңдән ашыу бала дистанцион уҡыу режимына күсерелде. Дистанцион режим үҙе дүрт төргә бүленә: онлайн-дәрестәр алыу; электрон кейстар ҡулланып уҡыу; ҡағыҙға яҙылған эштәрҙе эшләп тапшырыу формаһын ҡулланыу һәм ата-әсәһе эштә булған башланғыс синыф уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәрҙә уҡытыу.
Бөгөн тәүге онлайн-дәресте Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров үҙе алып барҙы.
“Беҙ бөгөн ауыр шарттарҙа йәшәйбеҙ. Әммә уҡыуҙы ҡалдырырға, хатта бер көндө лә юғалтырға ярамай. Бөгөн – апрель, тиҙҙән май айы етә. Быйыл 19762 уҡыусы БДИ тапшырасаҡ, уларға юғары уҡыу йорттарына инергә ныҡлап әҙерләнергә кәрәк.
Бөгөнгө иң мөһим дәрес ул – барыһы ла һеҙҙең ҡулда икәнлеген иҫегеҙҙә тотоу. Әлеге режимда уҡыу – ғәҙәти күренеш түгел, белем алғанда уңыштың 98% һеҙҙән, һеҙҙең тырышлығығыҙҙан ғибәрәт.
Хәҙерге заман – геройҙар осоро. Бына ошондай мәлдәрҙә кешеләрҙең холоҡ-фиғелендә иң яҡшы һәм иң насар сифаттары күренә. Герой булыр өсөн автомат тотоп, һуғышырға тимәгән, ни бары КЕШЕ булып ҡала белергә кәрәк. Яуаплылыҡ тойғоһо булған кеше була белергә кәрәк. Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙ менән осрашып, ҡайҙалыр йөрөп килергә теләһәгеҙ ҙә, бер ҡайҙа ла сыҡмаһағыҙ, һеҙ алама вирусты өйгә алып ҡайтмайынса, туғандарығыҙҙы, айырыуса олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе унан йолоп ҡала алаһығыҙ. Йылдар үтер һәм ошо осорҙо һеҙ иҫкә алырһығыҙ. Шул ваҡытта хәҙерге ҡылыҡтар өсөн үкенергә яҙмаһын ине. Ни бары үҙегеҙҙе һаҡларға, уҡырға, үҫеш алырға тырышығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бөгөн һеҙҙең ата-әсәйҙәрегеҙгә бик ауырға тура килә, улар үҙҙәре өсөн дә, эргәһендәге балалары өсөн дә яуаплы. Яҡшы һүҙ, теләктәшлек менән яҡндарығығыҙҙың күңелен күрергә тырышығыҙ. Тормошта яҡшыһы ла, насары ла онотолмай. Уҡытыусыларығыҙға ла мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышғыҙ. Уларға ла был хәлдә еңел түгел.
Әйҙәгеҙ, берҙәм, дәррәү генә, бөтөн Башҡортостан бер ғаилә булып берләшеп, уҡыйыҡ, белем алайыҡ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Хәйерле сәғәттә!”- тине Радий Фәрит улы уҡыусыларға беренсе онлайн-дәрестә.
Читайте нас: