+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 10:59

Табиптарҙы хәүеф ҡурҡытмаған

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табиптарының эше һәр ваҡытта ла көсөргәнешле. Үткән аҙнала уларға берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тура килде.

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табиптарының эше һәр ваҡытта ла көсөргәнешле. Үткән аҙнала уларға берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тура килде.
60 йәшлек ҡатын мейелә ҡан әйләнеше боҙолоу клиникаһы менән бик ауыр хәлдә дауаханаға килеп эләгә. Өҫтәүенә унда яңы коронавирус инфекцияһы билдәләре булыуы хәүеф тыуҙыра. Шикләнһәләр ҙә, икеләнһәләр ҙә, хирург-табиптарҙың бурысы билдәле – пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу. Бер ниндәй эпидемиологик хәл ҡаршылыҡ була алмай.
Стационарҙа оператив рәүештә анестезиолог, реаниматолог, хирург һәм интенсив терапия белгестәренән торған консилиум йыйыла. Хәүеф булыуына ҡарамаҫтан, ашығыс тромбоэкстракция операцияһы яһала. Бөтә санитар-гигиена талаптары теүәл күҙәтеп башҡарылған операция уңышлы үтә, пациент үҙен яҡшы тоя.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, кадрҙар квалификацияһын күтәреү, ошо мөһим өлкәлә яңы технологияларҙы үҙләштереү - төп бурыстарҙың береһе. Профессионаллек һәм миһырбанлыҡ беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: