+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 00:30

Ата-әсәләр һәм башҡа ололар иғтибарына!

Бөгөндән башлап уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте. Әммә "виртуаль парталар"ға Интернеттың көсө етмәне - бихисап ата-әсәләр, уҡыусылар уҡыу порталдарының ныҡ яй эшләүенә зарлана: йә тауышы юғала, йә кадрҙар ҡатып ҡала.

Бөгөндән башлап уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте. Әммә "виртуаль парталар"ға Интернеттың көсө етмәне - бихисап ата-әсәләр, уҡыусылар уҡыу порталдарының ныҡ яй эшләүенә зарлана: йә тауышы юғала, йә кадрҙар ҡатып ҡала.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, кисә сәғәт 12.00 алып 13.00 тиклем системаны һынап ҡарағандар. 150 мең самаһы бала, 9 меңгә яҡын уҡытыусы, 14 муниципалитет бер юлы һанлы уҡытыу порталдарына инеп ҡараған һәм... иң популяры тип иҫәпләнгән "Рәсәй электрон мәктәбе" был йөкләмәне күтәрә алмаған.
Шуға беҙ ҙә апай-инәйҙәргә, ағай-олатайҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ: зинһар, иртәнге сәғәт 10.00 алып 14.30 тиклем Интернетҡа инмәй торһағыҙ, онлайн-уйындар уйнамай, төшкә тиклем булһа ла кино ҡарамай аҙ ғына түҙһәгеҙ ине. Уҡыусыларға белем алырға кәрәк бит!
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы дистанцион уҡыуҙың өс вариантын бойомға ашыра:
1. Онлайн дәрестәр. Уҡыусылар төрлө уҡыу платформаларында шөғөлләнә. Бының өсөн бик сифатлы, етеҙ Интернет һәм гаджеттар кәрәк.
2. Электрон кейстар менән эшләү. Синыфҡа уҡытыусы эштәрҙе электрон журнал, электрон почта йәки мессенджерҙар аша ебәрә, аҙаҡ балалар эштәрҙе башҡарып, кире тапшыра. Бының өсөн смартфондағы Интернеттың тиҙлеге лә етә.
3. Ҡағыҙ кейстар. Әгәр уҡыусы йәшәгән урында Интернет барып етмәгән булһа, ноутбугы (компьютеры) йәки планшеты булмаһа, уҡытыусы мәктәп автобусы аша ҡағыҙға баҫтырылған эштәрҙе тарата. Аҙнаһына өс көн: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре эштәр таратыла һәм эшләнгәндәре тикшереү өсөн йыйып алына.
Читайте нас: