+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 14:11

Был пианинолар балаларҙы көтә!

Был мәҙәни байлыҡтарҙың барыһы ла халыҡ тауышынан, балалар ҡулы ҡағылыуҙан яҡын арала йәнә йәнләнеп китер тип теләйек.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә республикала байтаҡ эш атҡарылған.
Мәҫәлән, заманса яңыртылған ун кино залы, ике концерт залы, ике моделле китапхана сафҡа ингән. Былар хаҡында даими рәүештә гәзитебеҙҙә яҡтыртып торабыҙ.
Салауат районының Мөрсәлим, Ҡыйғының Түбәнге Ҡыйғы ауылдарындағы мәҙәниәт һәм ял учреждениелары күмәк халыҡты йыйып, байрамдар үткәреп тә өлгөргәйне. Бөтә донъялағы әлеге хәлгә бәйле был биналар ябыҡ торһа ла, хәүефле мәлдән һуң улар йәнә милли байрамдарҙан, заманса мәҙәни сараларҙан гөрләп торор, тип өмөт итәйек.
Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ла мәҙәниәт йорто сафҡа инде, Дыуандағы, Бөрйәндәгеүҙәк мәҙәниәт усаҡтары яңыртылды. Әлеге осорға тиклем был учреждениеларҙың төҙөлөп бөтөүе – үҙе бер шатлыҡ. Дөйөм алғанда, йәмғеһе 22 мәҙәни усаҡта яңыртыу эштәре үткәрелгән.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ошо йыл арауығында 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс колледж музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде. Федераль бюджет иҫәбенә 63 балалар сәнғәт мәктәбенә “Николай Рубинштейн” маркалы пианино алынды. Йәнә күп фунциялы биш күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) – Башҡортостанда.
Был мәҙәни байлыҡтарҙың барыһы ла халыҡ тауышынан, балалар ҡулы ҡағылыуҙан яҡын арала йәнә йәнләнеп китер тип теләйек.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”, “Һанлы мәҙәниәт” һәм “Ижади кешеләр”.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: