Ил башлығы Рәсәй Хөкүмəте Рəйесе Урынбаҫары - Президенттың Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вəкиле Юрий Трутнев һəм Алыҫ Көнсығышты һəм Арктиканы үҫтереү буйынса министр Александр Козлов менəн осрашты. Алыҫ Көнсығышҡа һәм Арктикаға күп кенә финанстар бүленә. Ресурстары ул төбәктәрҙен байтаҡ ҡына. Алыҫ Көнсығышта илден ярҙамы менəн ике меңдән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Инвестициялар - триллион һумдан артҡан. Сəнəғəт үҫеше алты процент тәшҡил итте. Президент күрһəтмəһе буйынса Бүрəт республикаһы, Байкал аръяғы ла Алыҫ Көнсығыш федераль округына ҡушылған. "Бер гектар" программаһында ҡатнашып, 80 меңдəн ашыу кеше ер алған.