+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 13:21

Макарон, ҡарабойҙай, ҡуйыртылған һөт һәм балыҡ консерваһы

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыла башланы. Әммә төрлө райондарҙа улар төрлөсә.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыла башланы.
Өйҙә уҡыу осоронда айырым категорияларға ҡараған ғаиләләргә хөкүмәт социаль ярҙам күрһәтә. Республикала әлеге ваҡытта ундай ғаиләләр һаны 85 меңдән аша.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаларына күп балалалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, һаулыҡ яғынан мөмкинлеге сикләнгәндәр, инвалидтар дәғүә итә ала.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте аҙыҡ-түлек йыйылмаларына ярма, макарон, һуттар, печенье, вафли, сухари һ.б. кеүек татлы он аҙыҡтары, сәй, какао, һөт һәм ит, балыҡ консервалары, еләк-емеш, үҫемлек майы кеүек тиҙ боҙолмай торған продукция һалырға рөхсәт итә.
Аҙыҡ-түлек йыйылмалары төрлө муниципалитеттарҙа төрлөсә булырға мөмкин. Ҡайһы бер ҡала йәки район хакимиәтлегендә йыйылмаға ниндәй аҙыҡ һалырға икәнлеген үҙҙәре хәл итә. Мәҫәлән, был аҙнала ҡарабойҙай ярмаһы булһа, киләһе аҙнала дөгө ярмаһын һалалар. Бер район эсендәге ауыл, ҡалаларға бер иш йыйылмалар таратыла, йәғни Баймаҡ районындағы ауылдарҙағы уҡыусыларҙың паегы Баймаҡ ҡалаһындағыларҙыҡынан айырылмай (айырылмаҫҡа тейеш).
Ни өсөн йыйылмаларҙың составтары төрлө? Кемгәлер күп итеп бирәләр, кемгәлер - ҡойто ғына. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға аҙнаһына 500 һумлыҡ "сухпаек" таратыла, ә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә 225 һумға торошло аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә. Алда әйтеп үтеүебеҙсә, был суммаға торошло йыйылмаларҙы район администрацияһы үҙе ала.
Ҡайһы бер пакеттарҙа йәшелсә, емеш булмауы мөмкин. Бында ла район хакимиәте хәл итә. Мәҫәлән, Бәләбәй районында балаларға алма, әфлисун кеүек емештәр бирергә ҡара иткәндәр, ә Яңауылда, район меценаттары, үҙ-ара һөйләшеп, өҫтәмә рәүештә аҙыҡ-түлек йыйылмаһына ҡыяр ҙа өҫтәгән.
Ҡайһы бер ата-әсәләр был йыйылмаларҙы аҡсалата алып булмаймы икән, тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Яуап: юҡ, булмай. Шулай уҡ ата-әсәләр аҙыҡ-түлек йыйылмаларының составын да үҙгәртә алмай.
Ҡайҙан алырға был йыйылмаларҙы?
Әгәр ҙә ғаилә статусы үрҙә һаналып үткән категорияларға ҡарай икән, һеҙ мәктәпкә барып, ғариза яҙырға бурыслы. Аҙыҡ-түлек аҙнаһына, йәки ике аҙнаға бер тапҡыр таратыла. Мәктәптә ҡайҙан һәм ҡасан алырға икәнлеген әйтерҙәр. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә мәктәп автобустары йөрөп, тарата. Үҙҡурсаланыш режимында уларҙы барып алыу енәйәткә һаналмай.
6 апрелдә республиканың район һәм ҡалалары администрациялары Радий Хәбировҡа уҡыусыларға тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек йыйылмаларының составын күрһәтте.
Читайте нас: