+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 15:50

Республикала 40 кешелә коронавирус!

Һуңғә тәүлектә 18 кешелә COVID 19 вирусы инфекцияһын тапҡандар. Ҡайһы ҡала райондарҙа?

Был ауырыу Өфө, Дүртөйлө, Кумертау, Бәләбәй, Белорет, Октябрьский, Сибай һәм Бөрө ҡалаларында, Әлшәй, Ейәнсура, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында табылған. Шулай уҡ 9 кеше - Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре. Бөтәһе 40 кеше.
Республика етәкселәре кешеләргә үҙизоляцияны боҙмаҫҡа, аралашыуҙы кәметергә тип тейешле бойороҡ та булды. Ләкин ҡайһы берәүҙәр һаман был мине урап үтер тип йөрөй шикелле. Кисә ябылған балалар уйын майҙансыҡтарында әсәләр балаларын уйнатып йөрөгәнең күп күрҙем. Таҫмалар тартылыуын тартылған, ләкин барыбер шуны урап үтеп ингәндәр. Ярамай бит тип әйтһәм - һеҙҙең эшегеҙ булмаһын, балаларҙы нисек өйҙә тотоп ултырайыҡ, һеҙҙең балаларығыҙ булмағас тинеләр. Минең 12 йәшлек улым өйҙә ултыра, дәрестәрен эшләй һәм үҙе, атай ярамай бит тип тора.
Рәсйәҙә - 11 917 тәүлек эсендә +1 786
Доньяла - 1 603 330 тәүлек эсендә +117 349
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: