+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 20:16

Баш табипҡа Белореттан ярҙамсы килгән

Бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.

Бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
Мәғлүм булыуынса, был аҙнала учреждение тулыһынса карантинға ябылды. Сара кәмендә ике аҙна дауам итәсәк. 1200 самаһы кеше (600 тирәһе пациент һәм шул тиклем үк персонал) бинала бикле ҡалды. Ошоға бәйле мәғлүмәт сараларында төрлө хәбәр бихисап, шул иҫәптән халыҡтың күңеленә шом һалғандары ла.
Шулар араһында, дауахананың баш табибы Эльза Сыртланованы вазифаһынан бушатҡандар, тигәне лә булды. Министр был хәбәрҙе инҡар итте, өҫтәп, ярҙамға урынбаҫар булып Белорет ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Евгений Кустовтың күсерелгәнен әйтте. "Евгений Владимирович – тәжрибәле белгес, хәрби һәм ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләү тәжрибәһе бар, уның ярҙамы урынлы булыр тип ышанабыҙ", - тип белдерҙе Максим Забелин.
Әйткәндәй, бөгөн республикала коронавирус рәсми раҫланған анализ һөҙөмтәләренең һигеҙе – тап республика дауаханаһына бәйле кешеләрҙә. Шулай итеп, төбәктә ошондай биш сир "усағы" билдәле. Уларҙа - Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Стәрлетамаҡтағы, Бәләбәйҙәге дауаханаларҙа, Нефтекамалағы психоневрологик учреждениела санитар нормаларға ярашлы саралар күрелә (бында киҫкен респиратор инфекциялы 12 кеше асыҡланған).
Шулай уҡ республикала коронавирустан вафат булған тәүге кеше асыҡланыуы ла мәғлүм.
Әлбиттә, әлеге ваҡытта Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары иң ҡатмарлы хәлдә ҡала, сөнки коронавирусҡа ҡаршы көрәште көтмәгәндә башланылар, шуға бер аҙ албырғап ҡалдылар, тине министр. Әммә улар яңғыҙ түгел, дауаханалағы персоналды тейешле ҡорамалдар, костюмдар, битлектәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү тейешле кимәлдә ойошторолған.
Бынан тыш, Максим Забелин социаль селтәрҙәге фейк хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, фәҡәт рәсми сығанаҡтарға таянырға саҡырҙы.
Фото: rbk.ru.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: