-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2020, 16:38

Республикала 66 кешелә коронавирус!

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 26 кешелә тағы ла COVID 19 вирусы инфекцияһы табылған.

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта хәбәр итте. 66 кешенең етәүһе коронавирустан дауаланып сыҡҡан. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 170 кешенең биргән беренсе анализдары ла ыңғай тип күрһәткән, ләкин был дөрөҫ булмауы ла бар тиҙәр белгестәр. Шуға икенсе тапҡыр шул анализдарҙы бирәсәктәр.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә ауырыуҙар һаны 13 584 еткән. +1 667.
Доньяла - 1 701 718 10 апрелгә ҡарағанда +96 170 кеше.
Читайте нас: