11 апрелдə Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 6 апрелдән ике аҙнаға карантинға ябылған Ҡыуатов исемендəге Республика клиник дауаханаһына барҙы. Радий Фәрит улы COVID-19 вирусы инфекцияһын йоҡторған кешеләр ятҡан палаталарҙа булды, хәлен белеште. Республика башлағы коронавирусҡа ҡаршы көрəштə эшлəгəн табиптарға финанс ярҙамы тураһында ла əйтеп үтте.