-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 12:51

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 52 пациентында коронавирус раҫланған

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова «Фейсбук»тағы сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итте.

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова «Фейсбук»тағы сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итте. 12 апрелгә дауаханала 130 пациент пневмония менән ята, шуларҙың алтауһы — реанимацияла, тип белдерҙе ул. Уларҙың 40 процентында (52 пациент) коронавирус раҫланған.
«Бөтәбеҙ ҙә, башҡа дауаханаларҙағы коллегаларыбыҙ ҙа, иртәме, һуңмы ошо коронавируслы пациенттар менән осрашырбыҙ. Беҙҙең табиптар әле үк ошо сирҙе дауалауҙа эксперттар була ала», — тип билдәләне баш табип.
Бөгөнгә дауаханала карантин шарттарында 700-ләгән медицина хеҙмәткәре эшләй һәм шунса уҡ пациент. Сыртланова һүҙҙәренсә, медицина персоналы шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, бер һәм күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин булған костюмдар, битлектәр, бирсәткәләр, дарыуҙар ҙа етә.
Республика клиник дауаханаһының ревматология бүлеге мөдире Римма Камалова «Уфа1» баҫмаһына интервьюһында әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның бүлексәһендә 41 пациент һәм 10 хеҙмәткәр — карантинда, 12 пациентта һәм 4 докторҙа — пневмония. Улар 6 апрелдә йәнә коронавирусҡа анализ тапшырған, һөҙөмтәләр 16 апрелдә көтөлә.
Читайте нас в