+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 12:51

Иғтибар, яңы конкурс!

Ә һеҙҙең арала вайндар төшөрөүселәрмбармы? Булһа, беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә видеоларығыҙҙы ебәрегеҙ. Сөнки беҙ “ВАЙН ҺАЙЫН…” ТИП АТАЛҒАН ВАЙНДАР КОНКУРСЫ ИҒЛАН ИТӘБЕҘ. Иң ҡыҙыҡлы, осҡор вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла донъя күрер, Алла бойорһа. Уларҙың авторҙарына “Аманат”тың Маҡтау билдәләрен һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәйбеҙ.

Дуҫтар, һиҙәһегеҙме: үҙҡурасаланыш ваҡытында Интернетта туған телебеҙҙә төшөрөлгән яңынан-яңы ҡыҙыҡлы вайндар күбәйҙе.
Вайн тип юморға ҡоролған ҡыҫҡа видеороликты атайҙар. Сама менән 20 секундтан алып бер минут тирәһе ваҡытҡа һуҙылған видеола төрлө тормош ваҡиғаһы көлкөлө итеп күрһәтелә. Ә шул видеоны, төшөрөп, монтажлап, үҙенең сәхифәһенә һалыусы блогерҙар вайнер тип атала.
Ә һеҙҙең арала вайндар төшөрөүселәр бармы? Булһа, беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә видеоларығыҙҙы ебәрегеҙ. Сөнки беҙ “ВАЙН ҺАЙЫН…” ТИП АТАЛҒАН ВАЙНДАР КОНКУРСЫ ИҒЛАН ИТӘБЕҘ. Иң ҡыҙыҡлы, осҡор вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла донъя күрер, Алла бойорһа. Уларҙың авторҙарына “Аманат”тың Маҡтау билдәләрен һәм иҫтәлекле бүләктәр инселәйбеҙ.
Видеоны смартфондың камераһына ла төшөрөп була. Унан телефонға “Vine” ҡушымтаһын ҡуйҙырып алырға һәм видеоларҙы үҙеңә кәрәккәнсә монтажларға кәрәк буласаҡ. Шуны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: кадрҙағы фонда артыҡ әйберҙәр, сит тауыштар булмаҫҡа тейеш, юғиһә, видеоның сифаты түбән буласаҡ. Тематикаһымы? Уныһы һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Әгәр ҙә "Аманат" журналы ла кадрға эләкһә, һеҙгә өҫтәмә бонус булыр.
Башланыҡмы? Хәйерле сәғәттә!
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт академия театры актеры Фәнил Ҡарасуриндың “Инстаграм”дағы сәхифәһенән бер вайн.
Читайте нас: