+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 17:37

"Мегафон" лимитһыҙ опция тәҡдим итә

"Мегафон" операторы уҡыусыларға ярҙам итергә булған: абоненттары өсөн иң популяр ресурстарға, шул иҫәптән уҡыу порталдарына лимитһыҙ махсус опция тәҡдим итә.

"МегаФон" операторы абоненттары өсөн иң популяр ресурстарға лимитһыҙ махсус опция тәҡдим итә. Өйҙә ултырған граждандарға туғандары менән социаль селтәрҙәрҙә аралашыу, электрон почта, Интернет аша аҙыҡ-түлек алдырыу, уҡыу һәм мәғлүмәт порталдарын ҡулланыу хәҙер арзанға төшә - оператор трафикты лимитһыҙ итте. Бының өсөн шәхси кабинетта опцияны әүҙемләштерергә кәрәк.
WhatsApp, Viber, eMotion, Facebook Messenger, ТамТам, Snapchat, Skype кеүек мессенджерҙар, Gmail, Яндекс.Почта, Почта Mail.ru. сервистарына ҡараған электрон почталар ҡулланыу "Мегафон"дың махсус опцияһын ҡулланыусылар өсөн бушлай буласаҡ. Delivery Club, Яндекс.Еда, Сбермаркет аҙыҡ-түлекте өйгә заказ менән ташыусы сервистар, дарыуханаларҙың ҡушымталарын да трафикты әрәм итмәй генә асырға булышлыҡ итә.
Уҡыусыларға был опция бик тә уңайлы, сөнки "Интерактивный Яндекс.Учебник", "Открытое образование", "Skyeng" инглиз телен өйрәнеү сервисына лимитһыҙ инергә була.
Лимитһыҙ трафик 31 майға тиклем эшләй.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://education.megafon.ru/
Читайте нас: