+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 12:24

Яңы камералар ҡуйылды

Республиканың 27 муниципаль берәмегендәге юл фажиғәләре йәһәтенән хәүефле урындарға фотоға һәм видеоға теркәүсе 115 яңы комплекс ҡуйылды.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, республиканың 27 муниципаль берәмегендәге юл фажиғәләре йәһәтенән хәүефле урындарға фотоға һәм видеоға теркәүсе 115 яңы комплекс ҡуйылды.
Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем 380 ошондай ҡулайлама эшләй башлағайны. Камералар Әлшәй (8), Асҡын (11), Ауырғазы (8), Балтас (2), Бәләбәй (1), Балаҡатай (2), Белорет (1), Бишбүләк (1), Бөрө (7), Благовар (3), Бөрйән (4), Дәүләкән (3), Дыуан (5), Дүртөйлө (1), Йәрмәкәй (6), Иглин (1), Ҡырмыҫҡалы (12), Ҡыйғы (2), Краснокама (1), Мәләүез (2), Мәсетле (7), Мишкә (2), Салауат (2), Стәрлебаш (5), Тәтешле (10) райондарының, Салауат (2) һәм Сибай (6) ҡалаларының автомобиль юлдарында тиҙлек тәртибен боҙоуҙы теркәй. Уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуы менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында (http://svkrb.ru/kam/index.html) танышырға мөмкин.
Дәүләт килешеүенә ярашлы, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 62 муниципаль берәмектәге авария йәһәтенән хәүефле участкаларға 609 камера ҡуясаҡ. Әле шуларҙың 495-е эшләй башланы. 114 комплексты 10 майға тиклем ҡуйыу күҙаллана.
Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, халыҡтың именлеген хәстәрләү бурыстарын ҡуя.
Фото: bfmufa.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: