+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 15:34

Лагерҙарҙың эшен тикшереү көсәйтелә

Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тиҙҙән балаларҙың һаулығын тығытыу, ялын ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға ниәтләй.

Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тиҙҙән балаларҙың һаулығын тығытыу, ялын ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға ниәтләй. Ул "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары" закон проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Комиссия лагерҙарҙа балаларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген күҙәтеү, ууларҙың ялын ойоштороусы ойошмаларҙың эшен контролдә тотоу, улар өсөн семинарҙар үткәреү, тейешле программлар һәм тәҡдимдәр әҙерләү өсөн кәрәк. Закон боҙоусылар теркәлгән хәлдә комиссия ағзалары лагерҙарға сығырға бурыслы буласаҡ.
"Башинформ" МА.
Читайте нас: