+5 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Апреля 2020, 08:03

Рәсәйҙә 9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтихандары теҙмәһе проекты әҙерләнде

Уға ярашлы, төбәктәрҙә имтихандар 8 июндә башлана һәм июль аҙағына тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт туғыҙынсылар өсөн төп дәүләт имтихандары теҙмәһенең проектын әҙерләне. Уға ярашлы, төбәктәрҙә имтихандар 8 июндә башлана һәм июль аҙағына тиклем дауам итә.
«2020 йылда туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханының төп осоро 8 июндән 31 июлгә тиклем уҙғарыла», — тип хәбәр итте «Интерфакс».
Бынан алда быйыл төп дәүләт имтиханы ике төп имтихан – рус теле һәм математика менән генә үткәрелеүе тураһында хәбәр ителгәйне. Туғыҙынсыларҙың һайлау буйынса имтихандары булмай.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас